Башҡортостанда юлдарҙы хәүефһеҙерәк итер өсөн, Өфөләге маршруттар буйынса йөрөүсе 150 автобуста видеороликтар күрһәтелә башлай. Был эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы алып барыла, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.
Видеоматериалдар “Не рули, малай!" кампанияһы ваҡытында Эске эштәр министрлығы Дәүләт автомобилдәр инспекцияһының Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан төшөрөлгән. Уларҙа инспекторҙар республика халҡын балаларына юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында һөйләргә һәм үҫмерҙәргә мототранспорт саралары менән идара итергә, дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға сығырға рөхсәт итмәҫкә саҡыра.