Милли проекттар
17 Ноябрь 2025, 04:38

Һаҡсыл производствоны ҡулланырға өйрәнәләр

Предприятие хеҙмәткәрҙәрен һаҡсыл производствоға уҡыттылар.

Һаҡсыл производствоны ҡулланырға өйрәнәләрҺаҡсыл производствоны ҡулланырға өйрәнәләр
Һаҡсыл производствоны ҡулланырға өйрәнәләр

Быйыл Башҡортостандан 250-нән ашыу предприятие хеҙмәткәрҙәре “Процестар фабрикаһы” уҡытыу-производство тренажерҙарында уҡыу үтте. Был сара “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә төбәктең хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағындағы компетенциялар үҙәге.

Йыл башынан алып республикабыҙҙа 19 фабрика үткәрелгән. Уларҙың 16-һы производство процестары буйынса, өсәүһе офис процесына ҡарай. Унда ҡатнашыусылар һаҡсыл производсвоны ҡулланырға өйрәнә. Был иһә юғалтыуҙарҙы үҙаллы асыҡларға булышлыҡ итә, үҫеш нөктәләрен табырға ярҙам итә.

- “Процестар фабрикаһы” – уҡытыу ғына түгел, үҙгәрештәрҙең реаль тәжрибәһе лә. Процестағы бәләкәй генә үҙгәрештәрҙең дә һөҙөмтәне күтәреүен ҡатнашыусылар үҙ күҙҙәре менән күрә. Тренерҙар булып төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары сығыш яһай, - тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Быйыл төбәктең хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағындағы компетенциялар үҙәге һаҡсыл производствоға Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениеларын да өйрәтә.

Автор:
Читайте нас