Милли проекттар
17 Ноябрь 2025, 04:57

Маркетплейстарҙа сауҙа итергә өйрәнделәр

Төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә «Маркетплейстар» күргәҙмәһе «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты буйынса үтте. Сарала 40 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкиле, 18 үҙмәшғүл һәм 23 физик берәмек ҡатнашты.

Маркетплейстарҙа сауҙа итергә өйрәнделәрМаркетплейстарҙа сауҙа итергә өйрәнделәр
Маркетплейстарҙа сауҙа итергә өйрәнделәр

Конференцияны асыуҙа Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы директоры Екатерина Смоленчук сығыш яһаны. «Быйыл беҙ биш сара үткәрҙек, унда 140-лаған кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән үҙмәшғүлдәр һәм физик берәмектәр ҡатнашты», - тип һөйләне ул.

Конференцияның спикерҙары - электрон сауҙа баҙарының федераль һәм төбәк эксперттары, тәжрибәле сейлерҙар һәм маркетологтар. Улар оҫталыҡ дәрестәре һәм практик сессиялар үткәрҙе. Сара аҙағында барлыҡ ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды.

Фото: https://ufaved.info/articles/obchestvo/v_ufe_proshel_forum_moy_biznes_respublika_bashkortostan_marketingovaya_sreda_organizatsii_budushcheg/ 

Автор:
Читайте нас