Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау ми нистрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәгенә үпкәне яһалма елләтеү өсөн яңы аппараттар килтерелде. 17 заманса ҡорамалға эйә булыу “Ғаилә” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Ҡорамал үҙәктең реанимация һәм яңы тыуған сабыйҙар интенсив терапияһы бүлектәренә бүленгән. Медицина ҡорамалдары сабыйҙарҙың үпкәһенә көсөргәнеште кәметә. Был тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итә.
“Ғаилә” милли проекты булышлығында яңы тыуған сабыйҙарға сифатлы ярҙам күрһәтә алабыҙ. Был - кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа һәм балаларыбыҙҙың сәләмәт киләсәген тәьмин итеүҙә мөһим аҙым”, - тине үҙәк табибы Лиана Савина.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-12-04/sabyy-ar-au-bul-yn-s-n-eshl-n-4493718