Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Декабрь 2025, 10:14

Республика «Хәтер баҡсаһы» акцияһын тормошҡа ашырыуҙа лидерҙарҙың береһе булды

Мәскәүҙә «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы урмандарҙы тергеҙеүҙең ике ҙур проекты - «Хәтер баҡсаһы» һәм «Урманды һаҡлайыҡ» акцияларына йомғаҡ яһалды.

Республика «Хәтер баҡсаһы» акцияһын тормошҡа ашырыуҙа лидерҙарҙың береһе булды
Республика «Хәтер баҡсаһы» акцияһын тормошҡа ашырыуҙа лидерҙарҙың береһе булды

Төбәктәрҙең ҡаҙаныштарына айырым иғтибар бүленде, улар араһында Башҡортостан Республикаһы «Хәтер баҡсаһы» акцияһын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә лидерҙарҙың береһе тип танылды. Төбәктәр рейтингында ултыртылған ағастар, ҡатнашыусылыр һаны һәм билдәлелек иҫәпкә алынған.

Награданы Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе урынбаҫары Вячеслав Спиренков ҡулынан республиканың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов алды. Ошо юғары статус төбәк халҡының тарихи хәтерҙе һәм экологик яуаплылыҡты һаҡлауға әүҙем ынтылыуын дәлилләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул үҙенең сығышында.

- «Хәтер баҡсаһы» үҙ эсенә ике төп өлөштө ала: бөтә быуын Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү һәм төбәктең урмандарын тергеҙеүгә өлөш индереү. Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһында яҡынса 470 гектар майҙанда 1,8 миллиондан ашыу йәш ағас ултыртылған. Йөҙәр мең кешенең хеҙмәте - ошо һандар иҫәбендә. Барығыҙға ла илебеҙҙең урман байлыҡтарын арттырыуға өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерәм! - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/1175732#scroll 

 

Республика «Хәтер баҡсаһы» акцияһын тормошҡа ашырыуҙа лидерҙарҙың береһе булды
Республика «Хәтер баҡсаһы» акцияһын тормошҡа ашырыуҙа лидерҙарҙың береһе булды
Автор:
Читайте нас