Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Декабрь 2025, 16:23

Медицина учреждениелары 22 яңы автомобиль алды

Башҡортостан Республикаһының 14 медицина ойошмаһы 22 автомобиль алды. Автомобилдәр «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының «Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу» программаһын тормошҡа ашырыу барышында һатып алынды.

Медицина учреждениелары 22 яңы автомобиль алды
Медицина учреждениелары 22 яңы автомобиль алды

Еңел автомобилдәр дүрт пассажир, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пассажир йөрөтөүгә иҫәпләнгән. Уны ташыу өсөн алғы ултырғыста боролоу механизмы һәм тотҡалы таянғыс ҡуйылған. Ошо өҫтәмәләрҙе ҡулланып, ултыртыу уңайлыраҡ ителгән. Пассажир инвалид креслоһынан күсеп ултырһа, креслоны багажникка ҡуйыу өсөн урын ҡаралған, ул эләктерә торған ҡайыштар менән йыһазландырылған.

- Бөгөн медицина ойошмаларына яңы автомобилдәрҙән асҡыстар тапшырыуыма шатмын. Халҡыбыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Уларҙың һәр береһе иғтибар һәм хәстәрлек тойһон, теләгән ваҡытта ваҡытында һәм сифатлы медицина ярҙамына иҫәп тота алһын өсөн. Беҙ артабан да лайыҡлы шарттар булдырасаҡбыҙ, кәрәкле ҡорамалдар һәм транспорт менән тәьмин итәсәкбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/1177082#scroll 

Автор:
Читайте нас