Өфөләге 46-сы поликлиникаға яңы ҡорамал килтерелде. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, поликлиниканың Һаулыҡ үҙәгенә тән составының заманса биоэлектик анализаторын килтерҙеләр. Был прибор, пациенттар сәләмәтлеген аныҡлабыраҡ баһаларға булышлыҡ итеп, иҫкәртеү һәм диспансерлаштырыу эше мөмкинлектәрен киңәйтә. Ошо хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Биоэлектрик анализатор - биоимпедансометрияны (тән составын анализлауҙың хәүефһеҙ һәм ауыртыуһыҙ ысулы) файҙаланған инновация инструменты.
- Яңы ҡорамалды һатып алыу медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген бирә, халыҡтың сирләү кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә, граждандар һаулығы күрһәткестәрен яҡшырта, - тине медицина иҫкәртеүе бүлеге мөдире Лилиә Чембарисова.
2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған.
Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы