Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Декабрь 2025, 16:28

Яңы йыл байрамдарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға әҙерлек тикшерелде

Башҡортостан Республикаһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһының Яңы йыл байрамдарына әҙерлегенә арналған кәңәшмә уҙҙы. Төп тема коммуналь системаға көсөргәнеш юғары булған көндәрҙә сүп-сарҙы өҙлөкһөҙ сығарыуҙы тәьмин итеү булды.

Яңы йыл байрамдарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға әҙерлек тикшерелде
Яңы йыл байрамдарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға әҙерлек тикшерелде

Тармаҡ реформаһының һөҙөмтәлелеге федераль кимәлдә даими контролдә тотола. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан, РФ Дәүләт Думаһының Экология буйынса комитеты төҙөгән «яҡшы» төбәктәр араһында экологик рейтингта беренсе урын яулап, юғары күрһәткестәрҙе раҫлай. Рейтинг «Экология» һәм «Экологик именлек» милли проекттарының маҡсаттарына өлгәшеүҙе, шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге хәлде баһалай.

- Республика күп күрһәткестәр буйынса «йәшел зона»ла тора. Бөтә тораҡ пункттарынан да тиерлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу планға ярашлы тәьмин ителде. «ТКО-Башҡортостан 2.0» төбәк мониторинг системаһы федераль системаға берләштерелгән. Махсус техника паркы яңыртылды, льготалы лизинг иҫәбенә 17 яңы берәмек өҫтәлде. Яңы йыл байрамдарында сүп-сарҙы өҙлөкһөҙ сығарыу һәм граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән тиҙ арала эшләү яҡындағы осорға өҫтөнлөклө булып тора, - тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса байрам осоронда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы даими сығарып түгеүҙе тәьмин итеү буйынса күрһәтмәләр бирелде. Бынан тыш, муниципалитет хакимиәттәренә һәм төбәк операторҙарына 2026-2028 йылдарға контейнер майҙансыҡтары етешмәүен бөтөрөү һәм махсус техника паркын планға ярашлы яңыртыу буйынса раҫланған «юл карталарын» йыл һайын үтәүҙе тәьмин итергә ҡушылды.

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/1177082#scroll 

Автор:
Читайте нас