“Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә юғары уҡыу йорто юғары белем биреүҙә экологик трансформация лидерҙарының береһе статусын раҫланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.
Университеттарҙы тотороҡло үҫеш критерийҙары буйынса баһалаған бөтә донъя рейтингы һөҙөмтәләре буйынса Башҡорт дәүләт аграр университеты донъяның 1754 юғары уҡыу йорто араһында 158-се урынды биләй, абруйлы глобаль төркөмгә инә.
Милли зачетта университет иң көслө өсәү иҫәбендә, Рәсәй ҡатнашыусылары араһында 3-сө урынды биләй. Был юғары һөҙөмтә тәьҫирле ыңғай үҫеш менән нығытыла. Башҡорт дәүләт аграр университеты донъя рейтингында 42-се урынға күтәрелде, дөйөм балды 340 пунктҡа арттырҙы.
– Өлгәшелгән һөҙөмтә – ул Башҡорт дәүләт аграр университеты коллективының эҙмә-эҙлекле һәм яйға һалынған эшенең нигеҙле һөҙөмтәһе. Бөтә факультеттарға һәм структура бүлексәләренә “йәшел” кампус булдырыуҙың дөйөм эшенә инициативаһы, йәлеп ителеүе һәм индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – тип билдәләнеләр Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.
UI GreenMetric рейтингы (Индонезия университеты) экологик тотороҡлолоҡ, кампус менән идара итеү һәм климат үҙгәреүенә ҡаршы көрәш өлкәһендә университеттарҙың тырышлығын баһалауҙың иң абруйлы глобаль системаһы булып тора.
Фото: new.bsau.ru.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.