Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре Шишмә районынан май экстракцияһы предприятиеһы әҙерләгән 946 тонна таҙартылмаған рапс майына контроль үткәрҙе. Һайлап алынған май өлгөләре Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәте ҡарамағындағы һынау лабораторияһында барлыҡ тейешле тикшереүҙәрҙе үткән. Башҡорт майы импортер илдең талаптарына яуап бирә һәм Ҡытайға оҙатылған.