Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Иглин районында «Кадрҙар» милли проекты ярҙамында яңыртылған кадрҙар үҙәге асылды. Ул – республикала эшләп килгән 69 мәшғүллек үҙәгенең яңыртылғандан һуң асылған 52-һе.
Иглиндәге яңы кадрҙар үҙәгенең дизайны «Рәсәй эше» брендының заманса стилендә башҡарылған. Иркен бинала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн шарттар булдырылған, махсус балалар зонаһы бүленгән. Һанлы сервистар сиратта көтөүҙе кәметергә, ситтән тороп эш итергә һәм онлайн яҙылырға мөмкинлек бирә.
– Бындай заманса майҙансыҡты асыу районыбыҙҙың социаль инфраструктураһын үҫтереүҙә ҙур алға китеш булды. Яңы мәшғүллек үҙәге Иглин районының хеҙмәт баҙарын барыһы өсөн дә уңайлы яһап, эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр өсөн хеҙмәттәшлек урынына әүереләсәк, - тип билдәләне Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең территориаль бүлеге начальнигы Игорь Вязов.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты