Төбәктең хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенция үҙәге хәбәр итеүенсә, “Ассы” шифаханаһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ҡушылды. Башҡортостан Хөкүмәте һәм шифахана етәкселеге араһында был килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шулай итеп Ассы һаҡсыл технологиялар индереү буйынса программаға индерелгән республикалағы алтынсы шифахана – курорт учреждениеһы булып тора.
– Шифахана – курорт комплексы үҫеше төбәк иҡтисады өсөн өҫтөнлөклө булып тора. Шифаханаларҙың проектта ҡатнашыуы эске процестарҙы оптиммәлләштерергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ туристар һәм ял итеүселәр өсөн республикабыҙҙың ылыҡтырыусанлығын күтәрә. Был тармаҡтың һөҙөмтәлелеген, хеҙмәт сифатын күтәреүгә йоғонто яһай, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Проекттың яңы ҡатнашыусыһы – “Ассы” шифаханаһына республиканың компетенциялар үҙәге эксперттары адреслы ярҙам күрһәтәсәк.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты