Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ғинуар , 10:46

Техника паркы яңыра

Ауыл хужалығы техникаһы яңыра. Хужалыҡтар яңы техника менән тәьмин ителә.  

Техника паркы яңыра
Техника паркы яңыра

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылда Башҡортостан аграрийҙары 12 миллиард һумлыҡ 2,2 мең берәмектән ашыу техника алды. Аҡсалата алғанда унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 1,5 миллиард һумға күберәк.

Ауыл хужалығын илебеҙҙә етештерелгән яңы техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү “Технологик яҡтан аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү” милли проектына ярашлы башҡарыла.

-Төбәгебеҙ хужалыҡтарына 281 трактор, 184 иген йыйыу һәм 59 үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыу комбайндары, 50 үҙ йөрөшлө һиптерткестәр, 370 тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары һәм башҡа төрлө техника алынды. Барлығы 2019 йылдан алып 82 миллиард һумлыҡ 20,8 меңдән ашыу техника алынды. Был иһә агросәнәғәт комплексы технопаркын уңышлы модернизациялауға булышлыҡ итә, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй, уға ярашлы аграрийҙарға 50 процентҡа тиклем ауыл хужалығы техникаһын алыуҙағы  сығымдарҙы ҡаплау ҡаралған.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты.

 

Автор:
Читайте нас