Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ғинуар , 09:38

Тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрелә

Планды арттырып үтәгәндәр. Был хаҡта Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрелә
Тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрелә

Башҡортостанда 14 меңдән ашыу гектар ерҙә урман тергеҙелде. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, план күрһәткестәре “Экологик именлек” милли проекты күрһәткестәренән арта.

Йылайыр, Учалы, Нуриман һәм Баймаҡ райондарында күберәк ағас ултыртҡандар. Республикала 48,5 миллион үҫенте үҫтергәндәр. “Ошо маҡсатта урман хужалыҡтарында үҫентеләрҙе үҫтереү өсөн 66 теплица һәм 65 урман питомнигы бар. Беҙ етештереү ҡеүәтен арттырырға һәм 1,2 миллион үҫенте үҫтереүгә һәләтле алдынғы технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса теплица комплексын төҙөргә уйлайбыҙ”, - ти республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм кешеләр тормошон уңайлыраҡ итә. Эш ҡалдыҡтарҙы айырыу һәм эшкәртеү, сүп-сар урындарын бөтөрөү, йылға-күлдәрҙе таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, экологик туризмды үҫтереү һәм башҡа бурыстарҙы тормошҡа ашыра.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас