Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2026 йылда республикала “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы, 144 йәмәғәт майҙанын төҙөкләндереү ҡаралған.
– Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса йәмғеһе 144 йәмәғәт майҙаны еңеүсе тип танылды. Уларҙы төҙөкләндереү эше 2026 йылға планлаштырылды, быға федераль бюджеттан бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, – тип асыҡлай Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
Һуңғы ете йылда Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә – 976 йәмәғәт биләмәһе, шуларҙың 170-е уҙған 2025 йылда, яңыртылды.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты.
Фото: https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/783457/