- Уҡытыу «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә уҙғарыласаҡ. Программа экскурсиялар ойоштороу һәм үткәреү өлкәһендә үҙ квалификацияһын күтәрергә теләүсе БР Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрына индерелгән бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре өсөн тәғәйенләнгән, - тип аңлатма бирҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Программаның маҡсаты - төрлө форматтағы һәм тематикалағы экскурсиялар ойоштороу һәм үткәреү, төрлө категориялағы туристар менән эшләү, шулай уҡ хоҡуҡи базаны һәм профессиональ этиканы өйрәнеү өсөн кәрәкле профессиональ компетенциялар булдырыу.
Белем биреү программаһында ҡатнашыуға ғаризалар 2026 йылдың 5 февраленә тиклем һылтанма буйынса ҡабул ителә, уҡытыу 2026 йылдың 12 февраленән 5 мартына тиклем Өфөлә Башҡорт дәүләт аграр университетында уҙа.
Дәрестәр көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу форматында ойошторола, унда ситтән тороп белем биреү технологиялары файҙаланыла. Уҡыуҙы тамамлап һәм йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы тапшырып, сығарылыш уҡыусыларына билдәләнгән (дәүләт) өлгөләге квалификацияны күтәреү тураһында таныҡлыҡ тапшырыла. Унда ҡатнашыусылар өсөн льготалы түләү формаһы - дәүләт яғынан берлектә финанслау ҡаралған.
Хаҡтар һәм ҡатнашыу шарттары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте һылтанма буйынса белергә мөмкин.
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/1199834#scroll