Милли проекттар
2 Февраля , 04:51

Урман хужалығы министрлығы ҡуртымға алыусылар менән эште көйләй

БР Урман хужалығы министрлығы «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә ҡуртымға алыусылар менән эште көйләй.

Урман хужалығы министрлығы ҡуртымға алыусылар менән эште көйләйУрман хужалығы министрлығы ҡуртымға алыусылар менән эште көйләй
Урман хужалығы министрлығы ҡуртымға алыусылар менән эште көйләй

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы урман культуралары миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләре буйынса ҙур арендатор-урман әҙерләүселәр менән кәңәшмәләр үткәрә. Осрашыуҙар «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты бурыстарын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Атап әйткәндә, бөгөн Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров Өфө фанера-плита комбинаты вәкиле менән осрашыты. Урмандарҙы тергеҙеү буйынса план күләмен үтәү һәм урмандарҙы тәрбиәләү сараларын үткәреү - фекер алышыуҙың төп темаһы булды.

Ултыртыу материалы менән тәьмин итеү мәсьәләләренә, шулай уҡ БР Урман хужалығы министрлығы ведомствоһындағы учреждениелар менән урман хужалығы сараларын үтәүгә подряд килешеүҙәре төҙөүгә айырым иғтибар бүленде.

Билдәләнеүенсә, 2026 йылда Урман хужалығы министрлығы «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектының төп күрһәткесенә - урмандарҙың ситкә китеү балансына - 103% кәм булмаған нисбәттә өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Был бурысты үтәү өсөн 13 мең гектарҙан да кәм булмаған майҙанда урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарырға кәрәк буласаҡ.

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/1208141#scroll 

 

Автор:
Читайте нас