

Башҡортостан Республикаһы - хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса компетенциялар үҙәктәренең федераль рейтингында тәүге унау исемлегендә. Был – “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ярашлы системалы эш һөҙөмтәһе.
Төбәктең Компетенциялар үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың Төбәк компетенциялар үҙәге, былтырғы эш һөҙөмтәләре буйынса тәүге унау иҫәбенә инеп, эштең юғары сифатын раҫланы. Бер йыл эсендә эксперттар Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына 38 предприятиены йәлеп иткән, иҡтисади һөҙөмтә 523 миллион һум тәшкил иткән.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты.