

«Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы граждандарҙы һунарға сығарыуҙың яңы тәртибен индереү буйынса планлы рәүештә эште дауам итә. Был аҙнала ведомствола һунар минимумы талаптарын белеүҙе сираттағы тикшереү ойошторолдо. Унда 18 кандидат ҡатнашты.
Федераль ҡануниәттең көсөнә ингән талаптарына ярашлы, 2025 йылдың 1 сентябренән мотлаҡ рәүештә имтихан тапшырыу берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билеты алғандарҙың һәммәһе өсөн дә мөһим шарт булып торҙо. Был мөһим яңылыҡ - буласаҡ һунарсыларҙың хоҡуҡи, биотехник һәм экологик белем кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. Уны тормошҡа ашырыу биләмәләрҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә туранан-тура йоғонто яһай, биологик төрлөлөктө һаҡлауға һәм төбәктең һунарсылыҡ ресурстарын тотороҡло файҙаланыу принциптарына булышлыҡ итә. Был «Экологик именлек» милли проекты маҡсаттарына тулыһынса тап килә.
- Мотлаҡ һунар минимумы - ул формаллек түгел, ә яуаплы һунарсылыҡ менән файҙаланыуға мөһим аҙым. Беҙ мылтыҡ алған һәр кемдең табыш ҡағиҙәләрен генә түгел, шулай уҡ хәүефһеҙлек нормаларын, ҡануниәт һәм этика нигеҙҙәрен аныҡ белеүен теләйбеҙ. Был киләсәк быуындар өсөн тәбиғәт байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу нигеҙе, - тип билдәләнеләр республиканың Экология министрлығында.
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/1216276#scroll