Былтыр Башҡортостан сит илгә 109,4 мең тонна шәкәр сөгөлдөрөн экспортҡа сығарған. Бөгөн шәкәр заводтары шәкәр етештереү миҙгелен тамамланы.
Шәкәр сөгөлдөрөн ҡайтанан эшкәртеү продукцияһы – гранулалы шәкәр сөгөлдөрө һығынтыһы – Башҡортостандан экспортҡа оҙатылған аҙыҡ-түлектәренең береһе булып ҡала. Аграр сәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә сығарыуҙы арттырыу – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаты, тип хәбәр итте Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
2025 йылда шәкәр продукцияһын экспортҡа сығарыу күләме 109,4 тонна һәм 66,2 миллион АҠШ доллары тәшкил итте. 2024 йылда 84,9 мең тонна тәшкил итә ине.