“Кадрҙар” милли проекты буйынса бушлай уҡыуҙарға ғаризалар ҡабул ителеүе иғлан ителгәндән һуң, ике аҙна эсендә генә лә республикабыҙҙа йәшәгән 100-ҙән ашыу кешенән ғариза килгән. Был турала БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.
Уҡыуға “Работа России” берҙәм һанлы платформаһы аша йыялар. Ғариза биргән яҡташтарыбыҙҙың күбеһе 1С-та эшләүсе, нейроселтәрҙәрҙе ҡуллана белеүсе, мәғлүмәт аналитигы, иретеп йәбештереүсе, туризм буйынса агент һөнәрҙәренә уҡырға теләй.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова әйтеүенсә, уҙған йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, “Кадрҙар” милли проекты ярҙамында яңы һөнәр алыусылар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә тора. Өс меңдән ашыу кеше һөнәрен алмаштырған һәм күптән теләгән эш урынын тапҡан.
Бушлай уҡыуҙарҙа МХО яугирҙәре, декрет ялында ултырған, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаһы булған әсәйҙәр, эш эҙләүселәр, пенсия алды йәшендәгеләр яңы һөнәргә эйә була ала. МХО-ла ҡатнашыусыларға тәғәйенләнгән уҡыу программаһы киңерәк – унда яугирҙәр алған тәжрибәне ҡуллана алырлыҡ 20 өҫтәмә һөнәр бар.