Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март , 10:10

Ҡунаҡтарҙың шифаханалағы ваҡытын уңайлыраҡ итергә мөмкинлек биреү

«Яҡтыкүл» шифаханаһының төп маҡсаты – бында килгәндән алып медицина процедураларын үтеүгә тиклемге бөтә этаптарҙа ла ял итеүселәр өсөн көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу.

Ҡунаҡтарҙың шифаханалағы ваҡытын уңайлыраҡ итергә мөмкинлек биреү
Ҡунаҡтарҙың шифаханалағы ваҡытын уңайлыраҡ итергә мөмкинлек биреү

Республиканың Компетенциялар үҙәгенән (артабан – РЦК) хәбәр итеүҙәренсә, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнашыу барышында Башҡортостандағы «Яҡтыкүл» шифаханаһы ял итеүселәр өсөн көтөү ваҡытын ҡыҫҡарта. РЦК эксперттары ла ҡатнашҡан эшсе төркөм ағымдағы процестарға йомғаҡ яһап, хеҙмәттәр күрһәтеүҙе оптималләштереү буйынса саралар планын раҫлаған.

– "Яҡтыкүл– республикала милли проектта ҡатнашҡан дүртенсе курорт учреждениеһы. РЦК белгестәренең шифаханалар менән уңышлы эшләү тәжрибәһе бар. Мәҫәлән, „Ҡарағай“ шифаханаһында туҡланыуҙы оптималләштереү һәм „швед өҫтәле”нә күсеү ярты йыл эсендә хеҙмәтләндереү тиҙлеген 40 процентҡа арттырҙы һәм айына миллион һум самаһы аҡсаны экономияланы, – тип асыҡлай Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

«Яҡтыкүл» шифаханаһының төп маҡсаты – бында килгәндән алып медицина процедураларын үтеүгә тиклемге бөтә этаптарҙа ла ял итеүселәр өсөн көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу. Быны тормошҡа ашырыу юлдары хеҙмәткәрҙәрҙең эш һөҙөмтәлелеген арттырып ҡына ҡалмай, ә ҡунаҡтарҙың шифаханалағы ваҡытын уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирә.

Тиҙҙән шифахана үҙгәрештәрҙе ғәмәлгә ашыра башлай. Һаҡсыл етештереү алымдары ваҡытты бушҡа сарыф итмәҫкә һәм эске логистик процестарҙы яйларға ярҙам итергә тейеш.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты.

Фото: https://economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/798507/ 

Автор:
Читайте нас