

- Яңы поликлиника сменаһына 150 балаға иҫәпләнгән. Бинаның дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Медицина учреждениеһы «3-кә 1» контракттары буйынса төҙөлдө: подрядсы проектлауҙы, төҙөүҙе тәьмин итте, шулай уҡ объектты ҡорамалдар менән йыһазландырҙы, - тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артём Ковшов.
Поликлиникала көндөҙгө стационар, процедура кабинеттары, кисектергеһеҙ медицина ярҙамы блогы, амбулатор ҡабул итеү, физиотерапия һәм дауалау физкультураһы кабинеттары, 120 урынға иҫәпләнгән конференц-зал, шулай уҡ студенттар өсөн уҡыу кабинеты бар.
Поликлиниканы һүтелгән кислород станцияһы һәм автотуҡталыш урынында төҙөгәндәр. 3-4 ҡатлы бина үҙәк район дауаханаһының төп корпусы менән тоташтырылған.
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases?federal_subject_id=4&kind=all&period=all&tag_id=416