

Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауат районында “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә милли батырыбыҙ Салауат Юлаев музейына ремонт үткәрелә. Мәҙәниәт учреждениеһы республиканың Милли музейы филиалы булып тора.
Бөгөнгө көнгә мәҙәниәт учреждениеһында байтаҡ эштәр тамамланған: инженер селтәрҙәре яңыртылған, бинаның ҡыйығы һәм фасады тәртипкә килтерелгән. Әлеге ваҡытта подряд ойошмаһы эске биҙәү эштәрен алып бара.
Киләһе йылға пландарҙа – эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү. Музей тирәһендәге арауыҡ функциональ ғына түгел, ә ҡунаҡтар һәм район халҡы өсөн эстетик яҡтан йәлеп итеүсе булһын өсөн гармониялы ландшафт дизайнын булдырыуға айырыуса иғтибар бүленәсәк.
Яңыртылған мәҙәниәт учреждениеһы музей эшенең юғары стандарттарына тап килгән тарихи хәтерҙе һәм патриотик тәрбиәне һаҡлау өсөн заманса майҙансыҡ булырға вәғәҙә итә.
– Беҙ бинаны ремонтлауҙан тыш, һәр йәштәге кешеләргә ҡыҙыҡлы буласаҡ заманса музей булдырырға ниәтләйбеҙ. Экспозицияның йөкмәткеһе ярайһы уҡ яңыртыласаҡ һәм киңәйтеләсәк, – тип белдерҙе Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов.