

Конкурста эш хаҡы ставкаһы аҙнаһына 18 сәғәттән кәм булмаған һәм 3 йылдан кәм булмаған педагогик стажға эйә уҡытыусылар ҡатнаша ала. Башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырыусы мәғариф ойошмаһы уның төп эш урыны булып тора.
Премияны алған уҡытыусы конкурста биш йылдан һуң ҡабаттан ҡатнаша ала. Биш йыллыҡ срокты иҫәпләү уҡытыусы конкурста ҡатнашҡан йылдан һуң киләһе йылдың 1 ғинуарынан башлана.
2026 йылда Башҡортостан Республикаһында педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға премия биреүгә конкурсҡа бирелгән материалдарҙы рәсмиләштереүгә талаптар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы сайтында урынлаштырылған.
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/1282559#scroll