

Башҡортостан Республикаһынан дүрт уҡыусы «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта үткән Милли технологик олимпиаданың ун беренсе миҙгелендә еңеүсе һәм призер булды.
Тимур Никитин (М.С. Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейы) - «Урбанистика» профиле еңеүсеһе. Станислав Голубев (5-се лицей) - «Автономиялы транспорт системалары» йүнәлеше призеры, Арыҫлан Зарипов (153-сө лицей) - «Осоусы робот техникаһы» йүнәлеше призеры, Никита Естехин (Р.А. Кәримов исемендәге 42-се лицей) - «Мобиль ҡушымталар әҙерләү» йүнәлеше призеры.
Ғилми-техник ойошманың финалы 2 100-ҙән ашыу кешене берләштерҙе. Уҡыусылар 34 профилдә ярышты. Бурыстар мөмкин тиклем иҡтисадтың реаль секторы ихтыяжына яҡынлашты, ә эш производство процестарына яҡын булған шарттарҙа алып барылды.
Олимпиадала еңеүсе һәм призер уҡыусыларға белем биреү льготалары ҡаралған: профилле предмет буйынса Берҙәм дәүләт имтиханынан 100 балл йәки имтиханһыҙ юғары уҡыу йортона инеү.
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/1283118#scroll