

БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Башҡортостан Үзбәкстанға колбаса аҙыҡтарының беренсе партияһын оҙатты. Продукцияның күләме 1,1 мең тонна тәшкил итә. Уны Туймазы районының ит эшкәртеү предприятиеһы етештергән.
Продукция өлгөләрен “Россельхознадзор”ҙың республика буйынса идаралығының ветеринария күҙәтеүе бүлеге белгестәре тикшергән, шулай уҡ лаборатория тикшереүҙәре лә үткәрелгән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, ит продукцияһы импортлаусы илдең ветеринария һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге талаптарына тап килә, тип хәбәр итә күҙәтеү ведомствоһы. Бөтә 15 партия ла Үзбәкстанға оҙатылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.