Төҙөкләндереү объекттары өсөн 250 меңдән ашыу кеше тауыш биргән

Ниндәй урындарҙы тәртипкә килтерергә кәрәклеген халыҡ үҙе хәл итә ала. Тауыш биреү 12 июнгә тиклем zagorodsreda.gosuslugi.ru платформаһында барасаҡ.

Төҙөкләндереү объекттары өсөн 250 меңдән ашыу кеше тауыш биргәнТөҙөкләндереү объекттары өсөн 250 меңдән ашыу кеше тауыш биргән
Төҙөкләндереү объекттары өсөн 250 меңдән ашыу кеше тауыш биргән

21 апрелдә «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектына ярашлы 2027 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүе башланды. Башҡортостанда бөгөнгө көнгә 250 меңдән ашыу кеше тауыш биргән, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Иң әүҙем биш муниципалитет иҫәбенә Әбйәлил, Дүртөйлө, Яңауыл, Салауат, Балтас райондары инә. Иң аҙ әүҙемлек Мишкә, Архангел, Ейәнсура, Йылайыр райондарында һәм Өфөнөң Калинин районында күҙәтелә.

Ниндәй урындарҙы тәртипкә килтерергә кәрәклеген халыҡ үҙе хәл итә ала. Тауыш биреү 12 июнгә тиклем zagorodsreda.gosuslugi.ru платформаһында бара. Бынан тыш, республика биләмәһендә ирекмәндәр эшләй, улар халыҡҡа консультациялар бирә һәм тауыш биреүҙә ҡатнашыу буйынса ярҙам итә.

Быйыл Башҡортостан муниципалитеттары тауыш биреүгә 246 йәмәғәт биләмәһен тәҡдим итте, уларҙың 48-ен ябай халыҡ күрһәткән. Киләһе йылда төҙөкләндереү өсөн 152 объектты һайлап алырға кәрәк буласаҡ.

Быйыл республикала 152 проект, шул иҫәптән ҡалаларҙа – 65, ауыл ерендә 87 проект тормошҡа ашырыласаҡ. 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2026-04-29/t-kl-ndere-ob-ekttary-s-n-250-me-d-n-ashyu-keshe-tauysh-birg-n-4669736 

Автор:
Читайте нас