Орлоҡ экспорты артҡан

Россельхознадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, кәрешкә, ҡандала үләне, эспарцет, люпин, люцерна, бойҙай, фацелий, арпа орлоғо Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәргә оҙатылған. 

Орлоҡ экспорты артҡанОрлоҡ экспорты артҡан
Орлоҡ экспорты артҡан

Йыл башынан «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре 1,9 мең тоннанан ашыу иген, ҡуҙаҡлы һәм мал аҙығы культуралары орлоғон экспортлаған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Сит илгә оҙатылған орлоҡ материалы күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек артҡан (2025 йылда – 1032 тонна).

Россельхознадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, кәрешкә, ҡандала үләне, эспарцет, люпин, люцерна, бойҙай, фацелий, арпа орлоғо Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәргә оҙатылған. Белгестәр бөтәһе 101 партияны тикшергән һәм рәсмиләштергән.

Орлоҡ материалының һайлап алынған өлгөләре лабораторияла тикшереү һәм һынауҙар комплексын үткән, экспертиза һөҙөмтәләре буйынса сәсеү өсөн тәғәйенләнгән орлоҡтарҙа карантин организмдары табылмаған. Карантин аҫтындағы продукцияны автомобиль транспорты менән оҙаталар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика аграрийҙары 2025 йылғы уңыштан яҙғы сәсеү өсөн – 264 мең тоннанан ашыу, һатыу өсөн 11,5 мең тонна орлоҡ һалған.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В.Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-06-10/orlo-eksporty-ike-tap-yr-a-tierlek-art-an-4716209 

 Автор: Айрат Нурмухаметов

Автор:
Читайте нас