Башҡортостан эшҡыуарҙарының продукцияһына һорау ҙур

Уларҙы Белоруссияла үтәсәк форумға көтәләр.

Башҡортостан эшҡыуарҙарының продукцияһына һорау ҙурБашҡортостан эшҡыуарҙарының продукцияһына һорау ҙур
Башҡортостан эшҡыуарҙарының продукцияһына һорау ҙур

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы урындағы эшҡыуарҙарҙы Беларусь Республикаһына күп тармаҡлы бизнес миссия сараһында ҡатнашырға саҡыра.

Ул 25-27 июндә Минск ҡалаһында Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең 18-се форумы сиктәрендә уҙғарыласаҡ.

- Белоруссия баҙарының потенциалы ҙур. Дөйөм тышҡы сауҙа әйләнешендә беҙҙең экспорттың өлөшө 52,8 процент тәшкил итә. Белоруссияла беҙҙең продукцияға һорау ышаныслы арта бара. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса республика төбәктең тышҡы сауҙа әйләнешендә 7-се урынды яуланы, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Беларусь – беҙҙең эшҡыуарҙар өсөн иң перспективалы сит ил баҙарҙарының береһе. Бында тел ҡаршылығы ла юҡ, берҙәм таможня киңлеге булдырылған, уңайлы логистика көйләнгән, Рәсәй етештереүселәре продукцияһына һорау ҙур.

Был сара эшҡыуарҙарға үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итергә, белорус коллегалары менән тура һөйләшеүҙәр алып барырға мөмкинлек бирә.

Автор:
Читайте нас