

Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем биреү инфраструктураһын яңыртыу бара. Эштәр “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектына ярашлы башҡарыла.
2025 йылда федераль финанслау ярҙамына вуздың 2-се уҡыу корпусы үҙгәртеп ҡоролдо, университет хеҙмәткәрҙәренең 16 ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртты, уҡытыусылар дәртләндереүсе түләүҙәр алды.
– Кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү – агросәнәғәт комплексының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү тигән һүҙ. Беҙ бөгөн уның ысынбарлыҡтағы һөҙөмтәһен күрәбеҙ – вуздың матди базаһы яңыра, агрокластар селтәре киңәйә, предприятиелар менән бәйләнеш нығый. Милли проект ярҙамында белгестәр әҙерләүҙең заманса системаһы формалаша, – тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
2026 йылда ла кадрҙар әҙерләү дауам итә. Финанслауҙың дөйөм күләме – 654 миллион һумдан ашыу. Был сумманың 641 миллион һумы федераль бюджеттан. Төп иғтибар университеттың 3-сө корпусын капиталь ремонтлауға һәм йыһазландырыуға биреләсәк. Мәктәптәрҙә агротехнологик белем биреү үҫтереләсәк, 1 сентябрҙә яңы агрокластар райондарҙа асыласаҡ.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-06-25/kadr-ar-erl-g-ur-i-tibar-birel-s-k-4730244