

Килгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса республика Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең өс лидер төбәге иҫәбенә инде. Йәрминкә халыҡты хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү буйынса системалы эштең мөһим элементы булып тора һәм “Кадрҙар” милли проекты бурыстарын үтәүгә ярашлы ойошторола, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Башҡортостан Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһендә ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса тәүге өс төбәк эсенә инде.
Тәүге 10 көн һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһендә 800-ҙән ашыу ҡатнашҡан Башҡортостанда эшкә төшкән. Был – илдәге иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.
- Карьера майҙансыҡтарында тотош республика буйынса меңдән ашыу кеше үҙ мөмкинлектәрен күрһәтте, 32 меңдән ашыу кеше үҙҙәренең карьера мөмкинлектәре тураһында белергә килде. 916 кеше үҙенең эш биреүсеһен тапты, - тип һөйләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.