

Былтырғы осор менән сағыштырғанда, эш әүҙемерәк бара. Дөйөм алғанда, республикаға быйыл 35,2 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, дөйөм күрһәткес 98,4 процентты тәшкил итһә лә, Хөкүмәттең төп маҡсаты — 100 процентлы һөҙөмтәгә ирешеү. Әлегә «Туризм», «Ғаилә», «Экологик именлек» һәм «Тормош өсөн инфраструктура» йүнәлештәрендә эш темпын тиҙләтергә кәрәк.
Республикала төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу бара. Мәҫәлән, ике яңы күпер файҙаланыуға тапшырылған, 50 саҡрым юл яңыртылған, дүрт ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы һәм ун йәмәғәт киңлеге асылған. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ете объектта ремонт эштәре башҡарылған.
Йыл аҙағына тиклем планлаштырылған эштәр күләме ҙур: 36 мәктәпте, алты балалар баҡсаһын һәм шунса уҡ колледжды төҙөкләндереү, 143 паркты һәм скверҙы тәртипкә килтереү ҡаралған. Бынан тыш, авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүсе 300 кешене яңы фатирҙарға күсереү һәм мәктәптәр өсөн 83 яңы автобус һатып алыу бурысы тора.