Милли проекттар
3 Августа , 06:33

Республикала балыҡ етештереү 28 процентҡа артҡан

Балыҡ етештереүҙе үҫтереүҙә дәүләт ярҙамы ҙур роль уйнай.

Республикала балыҡ етештереү 28 процентҡа артҡанРеспубликала балыҡ етештереү 28 процентҡа артҡан
Республикала балыҡ етештереү 28 процентҡа артҡан

Башҡортостанда балыҡсылыҡ эшмәкәрлеген шәхси милек формаһындағы 50 хужалыҡ алып бара. Һыу ятҡылыҡтарының дөйөм көҙгө майҙаны 3 мең 89 гектар тәшкил итә.

2025 йыл йомғаҡтары буйынса тауар балығын етештереү күләме 1 мең 330 тонна булған. Был былтырғы күрһәткестән 28 процентҡа күберәк. Аҙыҡ-түлек етештереүҙе әүҙем үҫтереү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының маҡсаттарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.

Балыҡ етештереүҙе үҫтереүҙә дәүләт ярҙамы ҙур роль уйнай. Шулай итеп, балыҡсылыҡ өлкәһендә агротуризм буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башҡортостанда дөйөм суммаһы 17,4 миллион һумлыҡ ике грант бирелгән. Бынан тыш, алты йыл эсендә 14 яңы эш башлаған фермерға 43 миллион һумдан ашыу суммаға балыҡсылыҡты үҫтереүгә грант ярҙамы күрһәтелгән.

– Сараларҙың һөҙөмтәлелеген Ишембай районында фермер Фәнис Зөбәйеровтың миҫалы раҫлай. Агростартап” программаһы буйынса өс миллион һум аҡса алып, фермер алты быуаны тергеҙә, инкубация цехы менән тулы цикллы предприятие ойоштора. Йыл һайын бында 25-30 тонна тауар балығы һәм 20 миллионға тиклем карп селбәрәләрен үҫтерелә, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда Башҡортостанда балыҡ һәм балыҡ продукцияһын ҡулланыу йылына бер кешегә 26,2 килограмм тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта сауҙа селтәрҙәрендә ватан тауарының өлөшө бөгөн 100 процентҡа яҡынлаша, был урындағы продукцияның юғары сифатын һәм арзанлығын күрһәтә.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:
Читайте нас