

Ситтән тороп уҡыу этабы йомғаҡтары буйынса Икенсе турға Рәсәй Федерацияһының 51 субъектынан коллективтар сыҡты. 17 номинацияның һәр береһендә өсәр проект-лидер билдәләнгән. Башҡортостан егеттәре «дворян поместьеһынан — тәбиғәт ҡомартҡыһына!» эше менән «Тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса иң яҡшы проект" номинацияһында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде һәм форумдың эксперт советының юғары баһаһын ала.
- Әлеге ваҡытта команда республика балалар экология-биология үҙәге хеҙмәткәрҙәре — Эльвира Кәримова һәм Эльза Ғәббәсова етәкселегендә яҡлауға әүҙем әҙерләнә. Финалда ҡатнашыусыларҙы проекттарҙы яҡлау, тәжрибә уртаҡлашыу, Рәсәйҙең һәм тыуған Башҡортостандың тәбиғәтен һаҡлауға йүнәлтелгән яңы башланғыстар һәм идеялар көтә. Командаға уңыштар һәм лайыҡлы еңеүҙәр теләйбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/1369484#scroll