

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса өс заманса «Сателлит Экспресс» глюкометры килтерелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Ҡорамалдар төрлө йәштәге пациенттарҙың ҡандағы глюкоза кимәлен тиҙ һәм аныҡ үлсәү өсөн тәғәйенләнгән.
«Сателлит Экспресс» глюкометры – кешенең капилляр ҡанындағы шәкәрҙе контролдә тотоу өсөн уңайлы һәм ышаныслы ҡорамал. Приборҙың аныҡлығы ГОСТ милли стандарты һәм халыҡ-ара стандарттар менән раҫланған.
Ҡорамалдың өҫтөнлөктәре – һөҙөмтәләрҙең теүәллеге, компактлы һәм ышаныслы булыуы, минималь кәрәкле ҡан күләме (бәләкәй тамсы ғына). Тест-таяҡса кәрәкле күләмдә ҡанды үҙаллы ала, һәр үлсәүҙең датаһын һәм ваҡытын иҫтә ҡалдыра, тиҙ анализлай.
Яңы глюкометрҙар ярҙамында тикшереүҙе 35-тән ашыу кеше үткән. Ҡулланыу һөҙөмтәләре буйынса приборҙың бөтә йәш төркөмдәре өсөн юғары ышаныслылығы һәм уңайлылығы билдәләнгән.
Заманса ҡорамалдар табиптарға гликемияның үҙгәреүен ваҡытында асыҡларға һәм дауалауҙы төҙәтергә мөмкинлек бирә, был айырыуса өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү өсөн мөһим.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты