

«Тормош өсөн инфраструктура» милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Әбйәлил районында ремонтланды «Красная Башкирия» совхозының үҙәк усадьбаһы − Покровка юлының 3 километры ремонтланды.
Бында Озерное ауылы эргәһендәге юл участкаһы хаҡында һүҙ бара, тип хәбәр итәләр республиканың Транспорт министрлығынан.
«Был юл Рәсәйҙең терәк селтәренә инә. Ул «Магнитогорск» халыҡ-ара аэропортына илтә. Бынан тыш, туристик йүнәлеш булып тора: бында матур күлдәр күп, улар араһында республиканың иң тоҙло күле — Мулдаҡкүл айырылып тора. Уның янында Мулдаҡтау урынлашҡан. Бында тәүлегенә 2700 машина үтеп китә. Шуға күрә ошо юлды ремонтлау мөһим ине», — тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
«Красная Башкирия» совхозы үҙәк усадьбаһы – Покровка юлының оҙонлоғо 16,7 километр тәшкил итә. Былтыр «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса ошо юлдың һигеҙ километры төҙөкләндерелгәйне.
2026 йылда республикабыҙҙа «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты ярҙамында 200 километрҙан ашыу юлды, шул иҫәптән 170 километр терәк селтәрҙе ремонтлау планлаштырыла.
Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/economy
Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Транспорт министрлығы