

Башҡортостандың 16 фермер хужалығы һәм ике ауыл хужалығы кооперативы артабан үҫешеү өсөн гранттар аласаҡ. Агросәнәғәт комплексында бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектына ярашлы башҡарыла.
“Республикала агросәнәғәт комплексы өлкәһендә бәләкәй, урта һәм эре бизнес та әүҙем үҫешә, ауыл хужалығы кооперативтарына, фермерҙарға, шул иҫәптән эште яңы ғына башлаусыларға үҫеш өсөн мөмкинлектәр етерлек, йүнәлештәр күп. Гранттар отҡан конкурста ҡатнашыусыларҙың проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙарын теләйбеҙ һәм уларҙан алға табан үҫеш көтәбеҙ”, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Грант средстволарына ер участкаһы алырға, продукция етештереү, һаҡлау йәки эшкәртеү өсөн бина һатып алырға йәки төҙөргә, электр, газ һәм йылылыҡ селтәрҙәренә тоташырға мөмкин.
“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Һөҙөмтәлә ил бөтә кәрәкле продукция менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр тыуасаҡ.