Милли проекттар
28 Сентября , 05:35

Һөт етештереү күләме артҡан

Был тармаҡта республиканың иң яҡшы ете районы иҫәбенә Саҡмағош, Ауырғазы, Илеш, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Йәрмәкәй һәм Мәләүез райондары инә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөт етештереү күләме артҡанҺөт етештереү күләме артҡан
Һөт етештереү күләме артҡан

БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә Башҡортостанда йыл башынан һатыуға етештерелгән һөттөң күләме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 29,5 мең тоннаға күберәк. Был “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) бурыстарына яуап бирә.

Тулайым етештереү буйынса Саҡмағош районы алдынғылыҡты биләй. Бында һөт 65,1 мең тонна алынған. Ә һауым артымы буйынса – Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары беренсе урында. Бер йылда улар продукция етештереүҙе 19 мең тоннаға тиерлек арттырған. БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, алдынғы райондарҙа һөт малсылығын үҫтереүгә ҙур инвестиция проекттары йәлеп ителгән һәм был яҡшы һөҙөмтә биргән.

Һөт етештереү буйынса республиканың иң яҡшы ете районы иҫәбенә Саҡмағош, Ауырғазы, Илеш, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Йәрмәкәй һәм Мәләүез райондары инә.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-09-25/t-eteshtere-art-an-4826304 

Фото: https://fotobank02.ru 

Автор:
Читайте нас