

Мәскәүҙә 6 - 10 октябрҙә йыл һайын ойошторолоусы “Һанлы сиселештәр” IТ-форумы үтәсәк. Ул бер майҙанда дәүләт, бизнес һәм IТ-берлеге вәкилдәрен һанлы трансформация һәм “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы үҙгәреше” милли проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшеү өсөн йыясаҡ.
Быйыл форум халыҡ-ара статусҡа эйә була. Йөҙҙән ашыу илдән 20 меңгә яҡын ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Сараға IТ-компаниялар һәм стартап етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, вуз һәм колледж студенттары саҡырыла.
“Рәсәй IТ-тармағы яңы үҫеш этабына аяҡ баҫты. Сит ил тауарҙарын үҙебеҙҙекенә алмаштырыуҙан технологик базаны булдырыуға һәм ватан IТ-продукттарын етештереүгә күстек. Улар баҙарҙың эске ихтыяжына яуап биреүҙән тыш, юғары конкуренция һәләтенә һәм экспорт потенциалына эйә. “Һанлы сиселештәр” форумы иң яҡшы IТ-сиселештәр өсөн төп майҙан буласаҡ. Ул бизнес һәм дәүләт вәкилдәрен яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм һанлы технологияларҙы үҫтереү буйынса йыллыҡ эште йомғаҡлау өсөн бергә туплаясаҡ”, – тине Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары – Рәсәй Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Дмитрий Григоренко.
Форумда тармаҡ лидерҙарының заманса IТ-сиселештәр күргәҙмәһе эшләйәсәк. Ҡунаҡтар технологик яңылыҡтар менән танышасаҡ. Күргәҙмә алты интерактив зонаны берләштерә. Һанлы белем буйынса оҫталыҡ дәрестәре, IТ-квестар, консультациялар үткәреләсәк.
“Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы үҙгәреше” милли проекты («Экономика данных и цифровая трансформация государства») Дәүләт хеҙмәттәре” системаһын артабан камиллаштырыуҙы дауам итеп, төп секторҙарҙа һанлы платформалар булдырыуҙы, иҡтисадтың бөтә өлкәләренә ватан IT-сиселештәрен тиҙләтелгән рәүештә индереүҙе, элемтә хеҙмәттәрен үҫтереүҙе тәьмин итә.
Фото: Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-10-03/anly-siselesht-r-it-forumy-t-4834515