

Республикабыҙ урмандарында «Урмандарҙы һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй экология акцияһы киң ҡолас алды. Ул 14 октябргә тиклем барасаҡ.
Төбәк муниципалитеттары көҙгө ағас ултыртыу акцияларында әүҙем ҡатнаша. Шулай итеп, Әбйәлил урмансылығында изге күңелле кешеләр ярҙамында 1 гектар ергә 4 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.
Профессиональ урмансылар менән бергә был изге эштә урындағы халыҡ, ирекмәндәр, урман хужалығы ветерандары һәм «Йәшел урман» мәктәп урмансылығының йәш үҫмерҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Уртаҡ тырышлыҡ менән улар киләсәктә гөрләп үҫәсәк йәш ҡарағайлыҡҡа нигеҙ һалып, республикабыҙҙың тәбиғәт хазинаһын байытыуға үҙ өлөштәрен индерҙеләр.
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/1416070#scroll