Байрам иртәһе «Мәңгелек ут» мемориалына сәскәләр һалыуҙан башланды. Почетлы делегацияла район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, уның урынбаҫарҙары, абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Үҙәк майҙандан Йәштәр йортона тиклем тере коридорҙа атлағанда «Үлемһеҙ полк» акцияһы кисектерелһә лә, күптәрҙең ата-олатайҙарының фотоһүрәттәре ҡулдарында ине.
Мемориал янында район хакимиәте башлығы И. Нафиҡов сарала ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Еңеү көнө менән тәбрикләне.
— Еңеү көнө халыҡ хәтерендә мәңгелек һаҡлана. Һуғыш бихисап кешенең ғүмерен өҙҙө, ул әллә күпме юғалтыу, күҙ йәше һәм һыҙланыу хаҡы менән түләнде. Әммә совет халҡы, тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, дошманға ҡаршы ныҡлы тора алды. Еңеү — ул беҙҙең ғорурлыҡ. Бөгөнгө тыныс тормош өсөн көрәшкән һәм ғүмерен биргән батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уларҙың ейәндәре бөгөн алғы һыҙыҡта беҙҙе дошмандан һаҡлай. Тыныс тормошта йәшәүебеҙ, беҙҙең тарафтарҙа имен таң атыуы менән беҙ уларға рәхмәттәр уҡыйбыҙ, үҙҙәре иҫән-һау булып, еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар ине, — тине Илдар Таһир улы.
Һуңынан ҡайынлыҡтағы обелиск янында Әбйәлил халҡы метроном һуғыуы аҫтында, аяҙ күк йөҙө, киләсәк өсөн көрәшкән батырҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Үҙәк майҙанда Илдар Таһир улы байрамға теҙелгән колонналарҙы сәләмләп һәм ҡотлап үткәндән һуң район хәрби комиссары Максим Гребенщиков уға рапорт тапшырҙы. Парад запастағы офицер Ғәйнетдин Ғиләжев етәкселегендәге 1-се Асҡар мәктәбенең уҡыу алдынғылары Рәсәйҙең дәүләт флагын һәм Белоруссия фронты яугирҙәре Егоров һәм Кантария Рейхстаг көмбәҙенә ҡаҙаған Еңеү байрағын индереүҙән башланды. Уларҙан һуң тантаналы музыка аҫтында байраҡ йөрөтөүселәр төркөмө, барабансылар уҙҙы. Улар артынан теҙелгән колоннала Афғанстан ерлегендә һуғышҡан яугир-интернационалистар, Чечня республикаһында тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан «Боевое братство» ойошмаһы ағзалары атлап үтте. Сик буйы һаҡсылары ветерандары ла парадтан ситтә ҡалманы. Көлөш салбар, бескозырка кейгән хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары, эске эштәр бүлеге һәм 61-се янғын хеҙмәткәрҙәре, үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташтары ла ғорур баҫып уҙҙы. Буласаҡ һалдаттар — Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы курсанттары, 1-се Асҡар мәктәбенең «Яугир» хәрби-патриотик клубы ағзалары, Таһир Кусимов исемендәге гимназияның юнармия-сылары һәм кадеттар класы, республика һәм ил кимәлендә спорт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар яулаған спортсыларыбыҙ ҙа сафҡа баҫты. Кавалеристар байрағын күтәргән «Юрға» ат-спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һыбай килеш уҙҙы. Шулай уҡ тамашасылар хәрби техника — ГАЗ 69, һалдаттар менән тулы ЗИС полуторкаһы, ДОСААФ-тың КамАЗ һәм ялан аш-һыуы Урал машиналарын күрә алды. Парадты райондың халыҡ тынлы оркестры коллективы һуғыш йылдарына ауаздаш көйҙәр менән тамамланы. Халыҡ парадта ҡатнашыусыларҙы ҡул болғап сәләмләп ҡалды. Ҡыҫҡаһы, тантаналы парад һәр кемгә байрам кәйефе бүләк итеп, күңелдәргә шатлыҡ өләште.
Еңеү байрамында бер төркөм яҡташтарыбыҙға Дәүләт наградалары тапшырылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы менән Красная Башкириянан Юнир Атанов, Руслан Ғәлиуллин бүләкләнде. Шулай уҡ Рәсәй Федера-цияһы Оборона министрлығының «Хәрби берләшмәне нығытҡаны өсөн» миҙалына Иван Климов (Атауҙы), Зөлфәт Нәжметдинов (Тупаҡ), Әнүр Сәйфул-лин (Сиҙәм), Вил Йәғәфәров (Асҡар) лайыҡ булды. Әнүр Фәнил улына «Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡаны өсөн» миҙалы ла тапшырылды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙ әле лә ауыр осор кисерә. Тиҫтә йылдар үткәндән һуң Еңеү һалдатта-рының ейәндәре, бүләләре Украина биләмәһендә нацизмға ҡаршы хәрби бурысын үтәй. Махсус хәрби операцияла беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнаша, бәғзеләре яу яланында ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, бөгөн герой исемен йөрөтә. Тантанала махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙы «Батырлыҡ өсөн» (үлгәндән һуң) ордендары һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары (үлгәндән һуң) менән наградланылар. «Батырлыҡ өсөн» ордендары Илшат Нурғәлиндың (Таҡһыр) кәләше Гөлсинә Фәнил ҡыҙына, Айҙар Сәғәҙәтуллиндыҡы (Яйҡар) әсәһе Миләүшә Вәхит ҡыҙына, Нәдир Фәйзуллиндыҡы (Әлмөхәмәт) кәләше Рәсилә Мөҙәрис ҡыҙына тапшырылды. «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы Илмир Мостафиндың (Таштуй) атаһы Илдар Рәжәп улына, Динис Ласыновтыҡы (Әбдрәш) кәләше Әлфиә Йәүҙәт ҡыҙына бирелде. Батырҙарыбыҙға мәңгелек дан!
Артабан сарала ҡатнашыусыларҙы райондың мәҙәниәт йорто коллективы һәм үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары әҙерләгән бай һәм сағыу тамаша көтә ине. Тамашасылар «Урал ынйылары» (етәксеһе Әлиә Фәтхетдинова), «Алтынай» (Ләлә Йәнекәева), «Ял-ҡын» (Ләйсән Фәйзуллина), «Ромашка» (Гүзәл Әсә-ҙуллина) бейеү ансамблдәренең сағыу бейеүҙәрен, «Талисман» һәм «Ете ҡыҙ» (Фәнилә Нөғәмәнова), «Миләш» фольклор (Радмир Солтанбаев), «Серле моң» (Заһит Ғәбитов), «Илһам» (Резеда Юлдашева) ансамблдәренең моңло йырҙарын тыңланы. Һуғыш йылдарын хәтерләткән, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған яңғыҙ башҡарыусы йырсылар — Азамат Итекәев, Айгөл Суфиянова, Данил Ғәлиуллин, Раян Нафиҡов, Вадим Папанинды яратып ҡараны. Реналь Амангилдин һәм Риана Хәйбуллинаның, 1-се Асҡар мәктәбе уҡыусылары һәм район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең хор йырҙары тамашасылар күңе-ленә хуш килде. Зөмәрә һәм Сәғит Хызыровтар йырлағанда Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары вальста өйөрөлдө.
Байрамдан бер кем дә ҡайтырға ашыҡманы. Сау-ҙа рәттәрендә йәнеңә теләгән ризыҡтар, танһыҡҡа һалдат бутҡаһын ашарға теләүселәр ҙә күп булды. Балалар ҙа, ололар ҙа төрлө спорт ярыштарында, мастер-кластарҙа ҡатнашты, тәмлекәстәр менән һыйланды.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.