Тәпән ауылының уңған ҡатындары ҡаҙ өмәһен гөрләтте. Зөбәйлә Ғөбәйҙуллина үҫтергән ҡаҙҙарҙы Гөлсинә Мофаззалова, Флүрә һәм Зәкиә Мортазиналар, Лилиә һәм Әнүзә Шахморатовалар, Гөлсинә Хоҙайбиргәнова тиҙ арала йолҡоп ҡуйҙы. Артабан милли кейемдәрҙәге ҡатындар күңелле йолаға йәм биреп, урам буйлап йырлашып, таҡмаҡ әйтеп, Ҡыҙыл йылғаһында ҡаҙҙарҙы сайҡатты. Ҡаҙ түшкәләрен элеп, мамығын урынлаштырғас эшһөйәр ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙ итенән бешкән бишбармаҡ ашап, сәй табыны артында күңелле аралашты.