«Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә килемгә һалым 13-тән 15 процентҡа тиклем артыуы ихтимал. Әлегә был яңылыҡ тәҡдим кимәлендә генә ҡала, Рәсәй Хөкүмәте ҡәтғи ҡарар ҡабул итергә ашыҡмай. Шулай ҙа РФ Хөкүмәте Премьер-министры Д. Медведев һалым системаһын көйләү кәрәклеге тураһында белдерҙе.