Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы һәм Ғаилә йылы уңайынан Сибай ҡала хакимиәте, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондары хакимиәттәре, Урал аръяғының төбәк-ара башҡорттары ҡоролтайы һәм «Атайсал» гәзите «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» тигән конкурс иғлан итте. Конкурсты үткәреүселәр булып беҙҙә «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәре тора.
Ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, балалар-ҙы башҡорт йола, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып тәрбиәләгән, эшләп тә йөрөгән, шәхси хужалыҡ та алып барған ғаиләләрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған проекттың шарттарына ярашлы, Урал аръяғы райондары гәзиттәре хәбәрселәре үҙ төбәгендә йәшәүсе шәп ғаиләләр тураһында яҙа. Мәҡәләләрҙә һүрәтләнгән иң яҡшы, бөтә талаптарға яуап биргән ғаиләләрҙе махсус комиссия ҡарарына ярашлы аҡсалата (һәр райондан) бүләкләү ҡаралған. Конкурс йомғаҡтары буйынса «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» тигән китап баҫылып сығасаҡ.