Новости
23 Августа 2018, 13:02

Сираттағы мәрхәмәтлелек акцияһы

24 августа район ҡатын-ҡыҙҙар советы, ғаилә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге, «Ярҙам» коммерциялы булмаған ойошмаһы йылдағыса күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү йөҙөнән «Дармарка» акцияһын ойоштора. Быйыл ул Йәштәр йортонда үтә. Мәрхәмәтле кешеләрҙең изге саранан ситтә ҡалмай, күп балалы ғаиләләргә мәктәп кәрәк-яраҡтары, форма, канцелярия тауарҙары менән ярҙам итеүҙәре хуплана. Башлана 11 сәғәттә. Белешмәләр өсөн телефон: 2-10-51.


Читайте нас