1-се Асҡар урта мәктәбе хореографы Ләлә Йәнекәева етәкселегендәге «Алтынай» балалар бейеү ансамбле Төркиәлә Милли бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә арналған ҙур байрамда һәм халыҡ-ара фестивалдә быйыл икенсе тапҡыр ҡатнашты. Төркиә халҡы, фестиваль ҡунаҡтары әбйәлилдәрҙең башҡорт милли кейемдәренә хайран ҡалған, уларҙың һәр сығышын яратып ҡабул иткән. Халыҡ-ара сараның координаторы Мозаффар Сабур байрамды үҙенсәлекле сығыштары менән биҙәгән башҡорттарға рәхмәт белдереп, Л. Д. Йәнекәеваға Рәхмәт хаты тапшырған.