3 октябрҙә муниципаль район Советының сираттағы, 27-се ултырышы үтә. Көн тәртибендә түбәндәге мәсьәләләр ҡарала:
1. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдарын үткәреү һөҙөмтәләре.
2. Муниципаль район Советының 2018 йылдың 14 декабрендәге 285-се һанлы «Әбйәлил районы муниципаль районының 2019 йылға һәм 2020 һәм 2021 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында»ғы ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында.
3. Мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге, районда мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреүҙе үҫтереү.
4. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарының һәм социаль учреждениеларҙың эшмәкәрлеге, уларҙың ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге тураһында.
5. «Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында»ғы Законды тормошҡа ашырыу.
6. Муниципаль район хакимиәте структураһына үҙгәрештәр индереү.
7. Муниципаль район хакимиәте ҡаҙнаһында булған объектты Амангилде ауыл биләмәһе иҫәбенә күсереү тураһында.
8. Район Советы депутатының үҙ һайлау округында башҡарған эштәре тураһында отчеты.