+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 12:40

Бал ҡорттарын яҡлау аҫтына

Аграр сәйәсәт һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты ултырышында сенатор Ирек Ялалов «Пестицидтар һәм агрохимикаттар менән хәүефһеҙ эш итеү тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү буйынса проект тәҡдим итте. Бындай ҡарар былтырғы йәйҙә башҡорт тоҡомло бал ҡорттарының күпләп үлеүенә бәйле. Айырыуса рапс баҫыуҙары янында урынлашҡан умарталыҡтар зыян күрҙе. Ауыл хужалығы предприятиелары баҫыуҙарҙы агрохимикаттар менән эшкәртеү тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткерергә һәм эшкәртеү өсөн сертификацияланған пестицидтар ғына ҡулланырға бурыслы. «Башҡорт балы бөтә донъяла бренд һанала һәм бал ҡорттарын яҡлауға алыу — беҙҙең бурыс», — тине И. Ялалов.


Читайте нас: