Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, был аҙнаның дүшәмбеһенән башлап, йәмәғәт транспортында битлек һәм бирсәткә кейеп кенә йөрөргә рөхсәт ителә. Был талап тимер юлы транспортына, пассажир автобустарына, таксиҙарға һәм аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеүсе магазиндарға ҡағыла. Автобустарҙы туҡтатып, тикшереү ойоштороласаҡ.